Вахитов Мидохат Шагитович
Вахитов
Мидохат
Шагитович
рядовой

История солдата

К сожалению мой дедушка про военные годы мне не рассказывал, я была маленькая, наверное поэтому. Но я помню, что мой дедушка был добрым, всегда шутил с нами, играл, помогал нам строить дом. Он писал красивые стихи про свою родную деревню Сапыково, про соседей, про всех своих 7-ых детей и про войну.

Йырға һалам иптәш үткәндәрҙе

Бергә үҫкән татыу йылдарҙы.

Саң, үләндәр баҫып юғалғандыр

Бала саҡта үткән йылдарҙы.

Күк күгәрсен мәсет манараһын

Төйәк итеп бала сығара

Раббым мәүләм көс ҡеүәт бир

Хызыр Ильяс килһен ярҙамға.

Һау сағымда һис белмәнем

Аяҡ ҡулдарымдың талғанын

Әүлейләр булып белһәң ине

Ғүмеремдең күпме ҡалғанын

Дәртле эшсән ауылыма

Дан йырлайым гүзәл таңында

Кәкүк саҡыра, һандуғастар һайрай

Ҡорҙар уйнай Ҡоротҡан тауында.

Ҡуна ятҡан саҡта йәш елкенсәк

Уйнанылар Шаһи тауында

Шомло тауыш сыҡты: "Һуғыш тигән"

Көтмәгәндә июнь айында.

Күтәрелдем Сағыл тауына

Саңлы юлда ҡалды эҙҙәрем

Яу юлында һеҙҙе күрмәмме тип

Абзыҡайҙарым һеҙҙе эҙләнем.

Ғалим Аҡмулла әйткән,

Башҡорттарым уҡыу кәрәк тип

Уҡымаған кеше күҙле һуҡыр, ғәрип тип.

Яуға китер булғас эйәр һалдым,

Йондоҙ ҡашҡа ерән атыма.

Ата - әсәнән ҡалған вариҫтарға

Ташламағыҙ алла хаҡына.

Ғазаплы йылдар иҫемә төшһә

Сәскәйҙәрем үрә торалар

Мин күргәнде хоҙай күрһәтмәһен

Бәхетле булығыҙ инде балалар.

Насип мәкеһендә һалҡын шишмә

Яр аҫтынан сыға урғылып

Тыуған ауылымдың тәбиғәте

Күренәһең хәҙер төш булып.

Регион Республика Башкортостан
Воинское звание рядовой
Населенный пункт: Кугарчинский район

Автор страницы солдата

Страницу солдата ведёт:
История солдата внесена в регионы: